«Өмөтлө ҡәләм” өмөтләндерә
Ғафури районында башлап яҙыусылар өсөн әҙәби бәйге “Өмөтлө ҡәләм” исеме алған. Бынан туғыҙ йыл элек ошо райондан сыҡҡан шағирә Гөлнур Яҡупова үҙенең махсус премияһын булдырып, әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе балалар араһында шундай конкурс иғлан иткәйне. Шағирә сәскән орлоҡтар уңышлы тупраҡҡа төштө, изге башланғысты райондың “Табын” гәзите, район хакимиәте күтәреп алды. Һөҙөмтәлә районда “Өмөтлө ҡәләм” исемендәге өмөтлө киләсәкле ижадсылар хәрәкәте барлыҡҡа килде.
“Табын” гәзитендә йыл буйына дауам иткән йәш ижадсылар бәйгеһе йыл һайын райондың берәй мәктәбендә киң ҡоласлы сара рәүешендә үткәрелә. Унда төрлө номинациялар буйынса еңеүселәрҙе йыялар, балалар халыҡ алдында ла үҙ әҫәрҙәре менән һынау тота. Еңеүселәргә бүләктәрҙе район етәкселәре, республика матбуғат баҫмалары вәкилдәре, бәйгегә нигеҙ һалыусы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова тапшыра.
Киләһе йыл тиҫтә йыллығын билдәләйәсәк был бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнашып, уның йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала барыуына ғәжәпләндем. Быйыл, мәҫәлән, номинанттар һаны егермегә етте. Балалар шиғырҙар яҙып ҡына түгел, әкиәт, хикәйәләр менән дә сығыш яһанылар был юлы. Уларҙың араһында “Аманат” журналына килгән әҫәрҙәр авторҙарын да күреү ҡыуаныс өҫтәне. Үҙем башлап “Өмөтлө ҡәләм” менән танышҡанда, ул Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриның тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда үткәйне. Шунда сығыш яһап, Белорет районы кешеһе булараҡ, күрше табындарҙан көнләшеүемде йәшермәгәйнем: әҙәби берләшмәләр, хатта әҙәби премиялар бик күп райондарҙа бар, тик ғафуриҙар ғына уны һәр мәктәпте, һәр баланы иңләрлек киң ҡоласлы көслө ағымға әйләндереү юлын тапҡан. Һис шикһеҙ, уға ҡағылышы булған, был һулышты һулау бәхетенә ирешкән бала бер ҡасан да ижади мөхиттән айырылмаясаҡ, донъя ҡалыптары эсендә генә һыйышып йәшәү ят буласаҡ уға.
Ана шунан башлана ул һәр нәмәгә ижади ҡараш тәрбиәләү, хатта әйтер һүҙең өҫтөндә лә эшләү, уйлау тәмен тойоу. Тәмен тойоу – сөнки һәр эш тә бит кешегә ләззәт тә килтерергә тейеш. Ана шул айыра ла инде “икеле” алмаҫ өсөн үҙен күрә алмаҫтай булып бөткән тексты ятлап ултырған бала менән төрлө яҡтан йыйылған халыҡ алдына сығып һөйләр өсөн хикәйә яҙып ултырған баланың әҙәбиәткә ҡарашын. Мине тағы бер үкендергәне шул да булды: мәктәптә үткән кисәгә, тамаша залы иркен генә булһа ла, нишләптер шул мәктәптең балаларын керетеп ултыртырға баштары етмәне. Был бит бер дәрескә лә биргеһеҙ асыҡ дәрес тәһә! Ижади донъя үҙе һиңә килгәндә, нимә тип һаман китапҡа текләп, класс эсендә уҡытыусы ауыҙына ҡарап ултырырға?
Йыл буйына район гәзитендә “ситтән тороп” барып, аҙаҡтан ҡайһылыр мәктәпкә десант булып төшөп ижад буйынса ғәмәли эш рәүешендә үткән бындай “өмөтлө ҡәләмдәр” һәр районда булһа ла ҡамасау итмәҫ ине лә. Иң тәүҙә һүҙ булған, тигән фараздан сығып ҡарағанда ла, донъяға ижади ҡараш тәрбиәләү (ә уны, һис шикһеҙ, табырға, тәрбиәләргә һәм үҫтерергә кәрәк) иң тәүҙә ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәргә ижади ҡарауҙан башланалыр ул.
Дамир Шәрәфетдинов.

Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.
Ошо тема буйынса башҡа публикациялар:
Ҡаранылар: 1420 раз
Сайтта эҙләү
Дуҫтар
Обмен ссылками
грузоперевозки киев перевозка мебели киев . перевозка груза киев грузоперевозки по киеву
01Популяр мәҡәләләр
» Буранбай Исҡужиндың 60 йыллығына...
» О журнале "Бельские просторы"
» Ғилман дуҫты хәтерләп
» Перевод одного стихотворения
» О журнале "Бельские просторы"
» Ғилман дуҫты хәтерләп
» Перевод одного стихотворения
02Тауыш бирегеҙ
Нур Ҡаҙырбаевтың сайтын беләһегеҙме?(nur-sport.ru)