Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Сайт башкирской газеты йэшлек Яшлек Фотогалерея Башкирского Портала

Сайт Дамира Шарафутдинова. Поэт, писатель, журналист

Дамир Шарафи. » Статьи » Повторное Худсовет

Повторное Худсовет

Статьи

Шарафи

29-04-2010, 10:59

Напечатать

Йыр - өмә емеше

Егерме беренсе быуатта йырҙар сығарыуҙың яңы технологияһы барлыҡҡа килде: ул быға тиклем булғандың тап киреһенсә башҡарыла. Элек башта шиғыр яҙылып, шуға композитор көй яҙып, аҙаҡтан шул йыр исеме ала ла, башҡарыусы ҡулына барып эләгә ине. Йырсы иһә был әҫәрҙе нисегерәк башҡарыу юлын самалап, үҙе менән сәхнәгә сығасаҡ музыканттарҙы һайлай – һөҙөмтәлә тамашасы алдында йә ансамбль, йә оркестр, йә яңғыҙ уйынсы пәйҙә була. Ә хәҙер иһә башта компьютерҙа башҡарылаһы әҫәрҙең аранжировкаһы (музыкаль ҡоралдарға бүлеп һалыу) эшләнә, шуға ҡарап көй билдәләнә, аҙаҡ йырсыһы тәғәйенләнә һәм уның теләге буйынса кәрәк тема һайланып, һүҙҙәр яҙыла.
Асылда, ике юлдың да осо барыбер сәхнәлә, тамашасы алдында йә эфирҙа, тыңлаусы алдында тамамланғас, ашнаҡсы теле менән әйткәндә, ҡайһы йәшелсә алдан туралыуы мөһим дә түгелдер. Бер генә хикмәте бар: әгәр ҙә тәҡдим ителгән ризыҡ ашханаға килеүсегә оҡшамаһа, тәрилкә бит тураусыға түгел, ә килтереүсе официанттың йөҙөнә ҡапланасаҡ! Ә унан һуң, әйҙә, теләһә күпме тикшерегеҙ кем турағанын да, кем бешергәнен…
Тимәк, теләһә ниндәй күмәк эштә лә яуап биреүсе берәү генә була, тигән һығымтаға киләбеҙ. Йырҙар даирәһендә лә шулай – радионан йә телевидениенан насар йыр ишетеп ҡалған кеше ул әҫәрҙе кем яҙыуы һәм кем башҡарыуы тураһында уйлап та бирмәй, бар зәһәрен тапшырыуҙы эфирға сығарыусыға йүнәлтә. Ысынлап та, “һәр сиңерткәнең үҙ соро” булһа ла, микрофон һәм уның хужаһы берәү генә бит. Ә ул илдәге миллиондарса радиоалғыстарға бер үк тауышты тарата ла тора шул. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа башҡорт эстрадаһында яңғыраған йырҙарҙың насар сифаты, бигерәк тә һүҙҙәренең мәғәнәһеҙлеге бик күп тапҡыр төрлө сараларҙа тикшерелде. Әммә улар, әҙәбиәттәге үҙнәшер һымаҡ, барыбер үҙ тыңлаусыһын таба тора. Бында тик микрофон төбәлгән адреслы аудиторияның төрлөлөгөн генә күҙ уңында тоторға кәрәктер: корпоратив кисәме, опера театрымы, әллә халыҡ-ара конкурсмы...
Бына ошолайыраҡ фекер йөрөтөп, Башҡортостан радиоһында эфирға сығырға сиратҡа баҫҡан бихисап башҡарыусыларҙы алдан һайлап алыу өсөн йырҙарҙың художество кимәлен баһалау буйынса махсус ҡор ойоштороп ебәрҙеләр. Әлбиттә, йырҙың берҙәм өмә емеше икәнен күҙ уңында тотоп, баһалаусылары ла төрлөләренән һайлана. Композиторҙар, йырсылар, шағирҙар, аранжировка яһаусылар - музыкаль биҙәүселәр шулай уҡ өмәгә йыйылышып, яңы килгән йырҙарҙы энә күҙәүенән үткәрергә тотона: тыңлап ҡарайҙар ҙа, башлана йыйнаҡ әҫәрҙе ҡабаттан һүтеү… Иң мөһиме, был худсоветтың ағзалары даими эшләүсе кешеләр түгел, һәр ултырышҡа төрлө кешеләр килә. Шуға унда яңы йырҙарҙы тикшереүҙәр бер ҡасан да бер-береһенә оҡшамай. Яңы тауыштар башҡарыуында ҡапыл үҙҙәренең йырҙарын табыусылар ҙа осрай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге башҡарыусылар, “барыһы ла – берәүҙә” (“все в одном”), тигән заман принцибын тотоп, йыр сығарыу өмәһендә лә бер үҙҙәре генә ҡатнашырға тырыша. Тик бына шуныһын ғына онотоп ебәрә улар: худсовет һәм тыңлаусы хөкөмөнә “официант” ролендә улар ғына һәм тик йырсы булып ҡына сыға, ә радиоға килтереп тапшырған дисктарҙа исемдәрен яҙырға ла онотҡан текст авторы, көй яҙыусы композитор, башҡарыусы музыкант, аранжировка эшләүсе студия операторы һәм башҡа “тураусылар” үҙ ижадтарына худсовет тарафынан ниндәй тәнҡит һүҙҙәре әйтелгәнен белмәй ҙә ҡала. Баһалаусыларҙың талабы бер – йөҙ төрлө һәләтең бармы һинең, әллә йөҙәрләшеп бер йырҙы бар иттегеҙме, ләкин эфирҙа ул лайыҡлы яңғырарға тейеш! Әйткәндәй, үҙ кимәлен белгән һәм үҙ мөмкинлектәренә баһа ҡуя белгән кешене “өмәгә” кемдәрҙе саҡырыуына ҡарап та билдәләргә мөмкин. Бәлки, тап шуға радиоға килгән күпселек дисктарҙа йырсының исеменән башҡа бер ни ҙә булмай. Һөҙөмтәлә ябай түгел, ә белгес-тыңлаусы ла:”Их, ошо ерен саҡ ҡына үҙгәртеберәк ебәргәндә…” – тигән теләген дә кемгә әйтергә белмәй һәм тик шул арҡала ғына музыкаль әҫәр донъяға сыҡмай ҡала. Матур ғына тауышлы йырсының моңон инструмент тауышы баҫып китәме, йә берәй генә ерендә һүҙҙәрен төҙәтеп ебәрергә кәрәкме - әҫәр барыбер сейле-бешле тип табыласаҡ һәм кәрзингә осасаҡ.
Даими тыңлаусылар иғтибар итәлер: радиоалғыстан хәҙер төрлө каналдарҙан төрлө-төрлө музыкаль тапшырыуҙар, бер-береһен өҙлөкһөҙ алыштырып, тәүлек әйләнәһенә бара. Әлбиттә, улар төрлө тыңлаусыға иҫәпләнә һәм кимәлдәре лә төрлө була. Худсовет та әҫәрҙәрҙе шуларға ярашлы талаптарҙан сығып тикшерә. Һәүәҫкәр һәм йәш башҡарыусыларҙың йырҙарын нисек тә булһа яңғыратып, йәштәргә юл һәм дәрт бирергә лә кәрәк бит. Әгәр ҙә һин эфирҙа даими яңғырап, тыңлаусылар араһында үҙ кешегә әйләнгәнһең икән, тимәк, яңы йырҙарың элеккеләренән хөртөрәк булырға тейеш түгел. Был ябай ғына ҡағиҙәгә күҙ йомоп, “мине былай ҙа беләләр” тип илке-һалҡы эшләнгән әҫәрҙәр ҙә осрай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ундай башҡарыусылар күберәк үҙҙәренең исеменә генә тап төшөрә.
Быларҙан тыш, туранан-тура күсереп алынған көйҙәргә һалынған йырҙар ҙа осрай “яңылар” араһында. Плагиат тигән был күренеш әҙәбиәттә һәм сәнғәттә электән йәшәй, әлбиттә, тик бында ла ул урландыҡты эфирға сығарып ебәргән “официант” ғәйепле буласағына шик юҡ. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән йырсыларҙың һуңғы арала үҙ-үҙҙәренә талаптары ныҡ кәмеүе күҙәтелә. Әллә ҡасан эфирҙа “йәшәгән”, барыһына ла билдәле йырҙарҙың авторҙарын бутаһындармы, текст һүҙҙәрен үҙҙәре теләгәнсә борғослап бөтһөндәрме, популяр көйгә яңы һүҙҙәр яҙһындармы – былар барыһы ла худсовет ағзаларының иләгенә килеп эләгә. Бында инде “әллә ҡайһы йырға оҡшаған, үтә таныш һымаҡ” тип кенә кире бороп булмай. Оҡшаған нәмә күп булыр, унан тыш, “эйәреү”, “оҡшатыу” тигән төшөнсәләр ҙә бар бит әле. Ҡайһы йырҙың ҡайһы ере күрәләтә “йолҡоп алынған” икәнен, дөрөҫ вариантта нисек яңғырауын иҫбатлай алмаһаң, һуңғы һүҙҙе барыбер эфир һәм тыңлаусы әйтергә тейеш.
Һәр бер кешенең үҙ йыры бар икәнен беләбеҙ беҙ. Ул йырҙы кемдер өйөндә, ниҙер менән булашҡанда ауыҙ эсенән генә мөңрәп йөрөй, кемдер иһә ауыл сәхнәһенә сығарырға баҙнат итә. Ә ҙур аудиторияға сығыр алдынан ете ҡат үлсәп ҡарамай булмай – быға тиклем күптәрҙең маңлайына бәргән тырма ятмаймы юлыңда? Эстрада ҙур һәм ҡатмарлы бер индустрияға әйләнгән заманда тәбиғәт биргән һәләт менән генә танылыу яулау мөмкин түгел шул. Ижади үҫеш тигән төшөнсә үҙ эсенә күп нәмәләрҙе ала, уларҙы әлегәсә билдәле бер ҡалыптарға һыйҙырып бөтөп тә булмайҙыр. Ана шулай, күңелдәре бер юҫыҡҡа тартылған кешеләрҙән барлыҡҡа килә лә инде ижади төркөмдәр, шулар ғына юҡ ерҙән матур әҫәр тыуҙырырға һәләтле. Әгәр ҙә һин:” Әй, улар шайым ғына мин дә эшләй алам ул!” – тигән ниәт менән тотонһаң, күп һәүәҫкәрҙәр баҫҡан шул тырмаға мотлаҡ эләгәсәкһең. Сөнки билдәле бит: башлаусы ижадсылар барыһы ла бер һуҡмаҡтан йөрөй, уларҙың юлында иҫкәртеп һәм өйрәтеп тороусы остаздар бик һирәк осрай. Киреһенсә, ой, шәп, тип юҡты бар яһап дәртләндереп ебәреүселәр күберәк була әле. Шунан йөрөй йәш таланттар “үҙенә юл бирмәүселәргә” үпкә тотоп.
Әлбиттә, әлеге худсоветта үҙҙәренең башҡарыуын нисек тикшергәндәрен улар үҙҙәре ишетә алһа, уларҙың үҙ ижадына ҡарашы үҙгәрер ине. Яҙыусылар союзында, мәҫәлән, һәр жанр буйынса ижади секциялар эшләй һәм киң аудиторияға сығырға теләгән һәр йәш автор улар тикшереүе аша үтә. Тап шул секцияла тикшерелгәндән һуң яҙыу эшен ташлаған кешеләрҙе лә беләм әле мин. Йырсылар өсөн, аңлауымса, ундай “иләк” ролен төрлө кимәлдәге конкурстар башҡара – шуға ла уларҙың исемдәре менән бер рәттән ҡайһы конкурста ниндәй дәрәжә алыуы гел тағылып йөрөй. Бәлки, Композиторҙар союзындамы, радионың үҙендәме шундай уҡ һайлау советы ла ойошторорға кәрәктер? Юғиһә, бик сәйер килеп сыға бит: йәш талант, әйҙә, “берәүҙә - өсәү” ҙә булһын, үҙ әҫәрҙәрен тотоп иң тәүҙә ҡайҙа барырға тейеш? Тура шул конкурстың һайлау комиссияһынамы? Ләкин, белеүемсә, ул комиссиялар шулай уҡ алдан йыйылған яҙмаларҙы ғына тикшереп хәл итә.
Шулай ҙа, Башҡортостан радиоһында эфирға сығасаҡ музыкаль әҫәрҙәрҙе алдан тикшереү буйынса махсус худсовет барлыҡҡа килеүен мең тауышлы эстрада донъяһында ниндәйҙер талаптар ҡуйып, кимәлдәр билдәләүҙең бер юлы тип ҡабул итергә кәрәктер. Башҡарыусылар һәм йырҙарҙың бер төрлөлөгө, башҡарыу оҫталығы арзанайыуы һәм башҡа бик күп негатив күренештәр тураһында күпме генә һөйләһәк тә, был йүнәлештә аныҡ эштәргә тотоноусылар юҡ ине әле. Тәүлек әйләнәһенә йыр-моңдар таратыусы милли канал ул ағымда ниндәйҙер тәртиптәр урынлаштырырға ниәтләй икән, быны хуплап ҡына ҡабул итергә кәрәктер.

Дамир Шәрәфетдинов.

Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Ошо тема буйынса башҡа публикациялар:

  • худсовет
  • Тауҙарҙан да – тауҙар ғына бейек
  • Тыштағы зыярат
  • Аслыҡ
  • Күбәләк эффекты

  •  (голосов: 4)

    Ҡаранылар: 1431 раз

    Сайтта эҙләү

    Дуҫтар

    Обмен ссылками

    грузоперевозки киев перевозка мебели киев . перевозки грузов по Киеву грузоперевозки киев



    01Популяр мәҡәләләр

    02Тауыш бирегеҙ

    Нур Ҡаҙырбаевтың сайтын беләһегеҙме?(nur-sport.ru)

    Мин вапще спортты яратмайым! lol
    Нур кем икәнен белмәйем шуууул... winked
    Яңыраҡ кереп сыҡтым!...
    Ә ҡайҙа ул сайты?! no
    Ҡолап киттем! Тора алмай аптырап ятам.. winked
    Ин яратҡан сайтым-Нурҙын сайты!!! love


    03Календарь

    «    Февраль 2012    »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
     
    1
    2
    3
    4
    5
    6
    7
    8
    9
    10
    11
    12
    13
    14
    15
    16
    17
    18
    19
    20
    21
    22
    23
    24
    25
    26
    27
    28
    29