Тынлыҡ
Анатолий Поперечныйҙан
Ел шауында ят бер тауыш тойҙом.
Тыңлап тора биргәс, һорап ҡуйҙым:
- Кем бар бында? Ә, һинме ни, тынлыҡ?
- Эйе, был мин – һиндә һирәк ҡунаҡ...
Тынлыҡ – сыңы урман һиллегенең.
Тынлыҡ – ҡыҙы наҙлы таң еленең.
Аулаҡ һуҡмаҡтарҙың һөйгән йәре -
Тынлыҡ. Гүйә, айҙың шәүләләре
Ҡәберҙәргә аҡ нур булып ҡунған,
Хатта үлән өнһөҙ булып ҡалған
Һәм эйгән ул нескә ҡыяғын.
Һәр бер мөйөш – тынлыҡ ояһы...
Тик ҡайҙалыр гөрһөлдәне буғай!
Һиллекме был, елме сыға шулай?
Тынлыҡ. Гүйә, йәшен алдынан
Болотло күк өнһөҙ ажғырған,
Тамсыларын бәрә унда-бында.
Гүйә, бәхет бында булмаған да,
Йә, астырып елгә күкрәкте,
Саптырмаған, үҙен эҙләтеп;
Йөрөмәгән, гүйә, мин дә, йырлап,
Тынлыҡ боҙоп, тыуған ҡырҙар буйлап,
Тыңламаған, гүйә, сауҡалыҡ
Ошо йырҙы, үҙе тын ҡалып...
Ә аҙаҡ әсеһен ғүмерҙең
Яңғыҙым мин ҡалып һемерҙем...
Һуңынан - мәңгелек аҙаны -
Һил тынлыҡ үҙәкте ялманы.
Сыңланы ла ул моң, сорнаны ла,
Ни булды ул – йәшлек томанымы?..
Иңрәүелер ине ул беҙҙең
Күңелдә һүндергән һәр һүҙҙең...
Анатолий Поперечныйҙан
Ел шауында ят бер тауыш тойҙом.
Тыңлап тора биргәс, һорап ҡуйҙым:
- Кем бар бында? Ә, һинме ни, тынлыҡ?
- Эйе, был мин – һиндә һирәк ҡунаҡ...
Тынлыҡ – сыңы урман һиллегенең.
Тынлыҡ – ҡыҙы наҙлы таң еленең.
Аулаҡ һуҡмаҡтарҙың һөйгән йәре -
Тынлыҡ. Гүйә, айҙың шәүләләре
Ҡәберҙәргә аҡ нур булып ҡунған,
Хатта үлән өнһөҙ булып ҡалған
Һәм эйгән ул нескә ҡыяғын.
Һәр бер мөйөш – тынлыҡ ояһы...
Тик ҡайҙалыр гөрһөлдәне буғай!
Һиллекме был, елме сыға шулай?
Тынлыҡ. Гүйә, йәшен алдынан
Болотло күк өнһөҙ ажғырған,
Тамсыларын бәрә унда-бында.
Гүйә, бәхет бында булмаған да,
Йә, астырып елгә күкрәкте,
Саптырмаған, үҙен эҙләтеп;
Йөрөмәгән, гүйә, мин дә, йырлап,
Тынлыҡ боҙоп, тыуған ҡырҙар буйлап,
Тыңламаған, гүйә, сауҡалыҡ
Ошо йырҙы, үҙе тын ҡалып...
Ә аҙаҡ әсеһен ғүмерҙең
Яңғыҙым мин ҡалып һемерҙем...
Һуңынан - мәңгелек аҙаны -
Һил тынлыҡ үҙәкте ялманы.
Сыңланы ла ул моң, сорнаны ла,
Ни булды ул – йәшлек томанымы?..
Иңрәүелер ине ул беҙҙең
Күңелдә һүндергән һәр һүҙҙең...
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.
Ошо тема буйынса башҡа публикациялар:
Ҡаранылар: 1099 раз
01Популяр мәҡәләләр
» Буранбай Исҡужиндың 60 йыллығына...
» О журнале "Бельские просторы"
» Ғилман дуҫты хәтерләп
» Перевод одного стихотворения
» О журнале "Бельские просторы"
» Ғилман дуҫты хәтерләп
» Перевод одного стихотворения
02Тауыш бирегеҙ
Нур Ҡаҙырбаевтың сайтын беләһегеҙме?(nur-sport.ru)









