Сағыл таштан
Анатолий Поперечныйҙан
Сағыл таштан ҡаҡсыны ла йондоҙ
(Ҡош юлынан ине ул йондоҙ),
Шағир йөрәгенә барып тейҙе
Һәм гөл булып шунда уянды.
Йөрөй шағир, тоя йөрәк саңын,
Тик һыҙлауҙың белмәй нигеҙен,
Дан йырлауҙың шаулы алҡыштарын
Хаҡ баһаһы тиеп үҙенең.
Табиптары уға, һаҡ бул, тиҙәр,
Дошмандары – йәпләй күҫәген,
Дуҫтар уны пәйғәмбәргә тиңләй,
Ярҙамының барлай иҫәбен.
Ә ул төндән ябай һүҙҙәр эҙләй,
Айҡай-сайҡай хистәр ҡаҙанын.
Әсе елдәр эстә әрһеҙ наҙлай
Сибек кенә сәскә һабағын.
Таңға ғына аса алды Шағир
Сәбәптәрен әрнеү-һағыштың:
Сағыл таштан бит ул - йондоҙ итеп
Күктәр бәргән уға яҙмышты!
28.04.2010
Анатолий Поперечныйҙан
Сағыл таштан ҡаҡсыны ла йондоҙ
(Ҡош юлынан ине ул йондоҙ),
Шағир йөрәгенә барып тейҙе
Һәм гөл булып шунда уянды.
Йөрөй шағир, тоя йөрәк саңын,
Тик һыҙлауҙың белмәй нигеҙен,
Дан йырлауҙың шаулы алҡыштарын
Хаҡ баһаһы тиеп үҙенең.
Табиптары уға, һаҡ бул, тиҙәр,
Дошмандары – йәпләй күҫәген,
Дуҫтар уны пәйғәмбәргә тиңләй,
Ярҙамының барлай иҫәбен.
Ә ул төндән ябай һүҙҙәр эҙләй,
Айҡай-сайҡай хистәр ҡаҙанын.
Әсе елдәр эстә әрһеҙ наҙлай
Сибек кенә сәскә һабағын.
Таңға ғына аса алды Шағир
Сәбәптәрен әрнеү-һағыштың:
Сағыл таштан бит ул - йондоҙ итеп
Күктәр бәргән уға яҙмышты!
28.04.2010
Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.
Ошо тема буйынса башҡа публикациялар:
Ҡаранылар: 1166 раз
Сайтта эҙләү
Дуҫтар
Обмен ссылками
грузоперевозки по киеву перевозка мебели . перевозка грузов киев грузоперевозка киев
01Популяр мәҡәләләр
» Буранбай Исҡужиндың 60 йыллығына...
» О журнале "Бельские просторы"
» Ғилман дуҫты хәтерләп
» Перевод одного стихотворения
» О журнале "Бельские просторы"
» Ғилман дуҫты хәтерләп
» Перевод одного стихотворения
02Тауыш бирегеҙ
Нур Ҡаҙырбаевтың сайтын беләһегеҙме?(nur-sport.ru)









