Был ваҡиға шул кисте үк Марат менән Сабирға билдәле булды.
– Ике аҙна йөрөнөгөҙ, етәр! – тине ул беҙгә. – Бесәнгә тиклем булған тиреләрегеҙҙе олаҡтырығыҙ ҙа, ҡапҡандарығыҙҙы йыйып алығыҙ.
Ҡапҡан йыйыу өс көн тирәһе дауам итәсәк. Көн һайын әҙләп- әҙләп алып ҡайтаһың уны. Шул кистә үк беҙ Шамил, Тимерхан менән Аркаштың сабынлыҡ буйындағы ҡапҡандарын аттырып сыҡтыҡ. Ул ҡарағандан һуң эләгеп өлгөргән өс төрткөнө ғәҙел бүлештек. Ҡайтыуыма, Әхмәт килгәйне.
–Ҡыҙҙар бөгөн кәмә буйында ут яғып ултырырға итә, – тип сер асты ул.
– Ололар буламы?
– Ана шуны асыҡларға кәрәк тә инде.

Аркаштың ҡапҡанына йәтсә эләгеп ята. Был нәҙек оҙон йәнлек сысҡан ашай, шуға ем эҙләп тишеккә кергән булғандыр инде. Түше аҡ, үҙе ерән, осло тешле йыртҡыстың нимә икәнен беҙ оҙаҡ аңлай алмай баш ватабыҙ. Сөнки ул ҡышын аҡ була. Ул ваҡытта ҡар аҫтынан йөрөй ул. Шулай ҙа Аркаш уны һалып ала – бәлки, тиреһенең кәрәге тейер. Ә Тубылғы башында Шамилға эйәреп килгән Рекс оло ҡуян эләктерә. Беҙ йүгереп барып еткәндә йән бирмәгәйне әле, шуға уны салып, бешереп ашарға килешәбеҙ. Йәйен уның тиреһе йоҡа ғына, йолҡоноп тора.
– Сел тип сабыулай инек, ҡуян ашарға яҙған икән, – тип уны тунарға керешә Тимерхан.
– Әйҙә, ашап алғас, солоҡ янына менеп, көртмәле ҡарайбыҙ, – тип ҡоторта Шамил.

Бесән тураһында һүҙ сыҡҡас, беҙ моңһоуланабыҙ. Уға тиклем беҙгә ҡапҡандарҙы йыйып алып, тиреләрҙе тапшырып ҡуйырға кәрәк. Төрткө сысҡан юлдарында һин ирекле ҡош булһаң, бесән ваҡытында ялҡытҡыс, ауыр эш ҡолона әүереләһең. Иртә таңдан кискә тиклем салғы һелтә, кәбән ҡойғанда эңерһеҙ әйләнеп ҡайтма, серәкәй һәм күгәүен һимертеп йөрө. Ул осорҙа беҙ ирәйеп китеп һыу инер өсөн дә осраша алмайбыҙ, һәр кем үҙ сабынлығында. Әлегеләй төнөн боларып йөрөргә ваҡыт та ҡалмай. Көсө, таҫылы булған өлкәндәргә, бәлки, улай ҙа түгелдер, тик шыйтыҡ малайҙар өсөн ана шулай ул бесән миҙгеле.
– Июль етә... – Төн тауыштарын тыңлап, һәр кем үҙ уйына бирелеп, өнһөҙ генә ҡыяр кетерләткәндә, Әхмәттең был һүҙҙәре сәйер генә яңғырап китте.
– Дә- ә, – тим мин тауышыма тәрән мәғәнә һалып.
– Бесәнгә тиклем тағы берәй ҡайҙа барып киләйекме әллә? – тип өмөтләнә Аркаш.
– Ҡайҙа?
– Ослотауға, көртмәлегә, – тип тәҡдим индерә Юлай.
– Ул яҡҡа кисә ҡыҙҙар барып ҡайтҡан инде...– Әхмәттең өйө тулы ҡыҙҙар булғас, уларҙың эшен белеп тора. Өҫтәүенә, Ослотау бит беҙҙең ҡапҡандарҙан кире яҡта. Ҡарап ҡайтҡас, төндә ул яҡҡа сығып китеп булмай ҙа инде. Унан, көртмәлегә барыу бер ҙә ҡыҙыҡ түгел, сөнки уны бит сүпләп йыйырға кәрәк.

Иртәгәһенә төш ваҡытында янъялды Мотой ҡуптарҙы. Уныңса, кисә үҙе килмәүҙән файҙаланып, Аркаш уның ҡапҡандарына төшкән. Шуға, элек табыш тигеҙерәк булһа, кисә уның сысҡандары әҙерәк икән.
– Ҡайтҡас, Әхмәттән һорайым, – тип туҙына был. – Бына бөгөн дә минең тире әҙерәк. Кисә минең ҡапҡандарҙы ипләп ҡороп тормағанға шулай ул!
Аркаш башта аҡланып маташты, аҙаҡ ҡул һелтәне. Уйлап ҡараһаң, Мотойҙоң зыулауы уның өсөн – күгәүен геүләүе генә. Һуғыша алмай ул, өҫтәп тире таптыра алмай. Күрәһең, Шамил менән Юлайҙың кисәге мажараларҙы бөгөн әллә күпме ҡабартып һөйләп килеүе ҡуна ҡалмаған Тимерхандың ғәрлегенә тейгән.

Мин шулай ҙа үтә һаҡ йоҡлағанмын, ахыры. Тоноҡ ҡына эт өрөүе ҡайҙалыр алыҫта ишетелгән һымаҡ булды. Хатта йоҡо аралаш ҡына, туҡта, был тирәлә ете төн уртаһында ниндәй эт йөрөүе ихтимал һуң, тип уйлап та алдым, шикелле. Ләкин ул уйҙы тағы йоҡо күмеп китте.
– Тороғоҙ, малайҙар, килде! – тип Әхмәттең өндәшеүе күҙҙе асырға мәжбүр итте.
– Нимә булған?– тинем дә, бөгәрләнеберәк яттым.
– Сығығыҙ, әйҙә, айыу йөрөй! – тип ҡабатланы Әхмәт. Ул арала Тубылғының теге осонда, тап беҙ Юлай менән төшөп китә торған ерҙә буғай, ҡалын итеп ҡоҙғон ҡорҡолданы, шунан һайыҫҡан шыҡырыҡлай башланы. Эргәлә генә! Алдан сығып өлгөргән Әхмәт усаҡҡа ҡоро сатыр, аҙаҡ йәйек ташланы. Әйләнә- тирәләге ағастарҙы яҡтыртып, ялҡын телдәре үргә атылды. Янған ылыҫ осҡондары ҡоро төндә ағас баштарына тиклем етеп һүнә.

– Ҡуна барып, берәй көн Биллеғош башына менеп төшәйек, – тигән тәҡдим индерҙе Әхмәт һыу инеп сыҡҡан арала. Күптәнге ниәт инде ул беҙҙең, тик был турала ауыҙ асып һүҙ башларға ҡыйыулыҡ етмәйерәк тора. Сөнки ҡуна ҡалыу менән алдыңа бер юлы әллә нисә мәсьәлә килеп баҫа. Көнө буйы ул яҡта йөрөп йыйған тиреләрҙе ҡайҙа итергә? Ике тәүлек ята аламы улар? Йоҡларға булғас, Биллеғош башына менеп ҡыуыш ҡороп төнәргәме, әллә унда барып ҡына килеп, әле беҙ сәйләп йөрөгән урында төн сығырғамы? Тағы ла бер һорау – кемдәр-кемдәр барабыҙ?
Был мәсьәләләр аулаҡта, яйлап ултырып тикшергәндән һуң ғына сиселеш таба ала. Шуға беҙ дүртәүләшеп беҙҙең һарай башындағы төйәгебеҙгә юлландыҡ. Дүртәү тигәнебеҙ һәр ҡайҙа ла бергә йөрөп өйрәнгән, Биллеғош башына ла китәсәгебеҙ шик тә тыуҙырмаған Әхмәт, Шамил, Юлай һәм мин инек.

Сайтта эҙләү
Дуҫтар
Обмен ссылками
грузоперевозки по киеву перевозка мебели . перевезти груз по киеву грузоперевозки киев
01Популяр мәҡәләләр
» Буранбай Исҡужиндың 60 йыллығына...
» О журнале "Бельские просторы"
» Ғилман дуҫты хәтерләп
» Перевод одного стихотворения
» О журнале "Бельские просторы"
» Ғилман дуҫты хәтерләп
» Перевод одного стихотворения
02Тауыш бирегеҙ
Нур Ҡаҙырбаевтың сайтын беләһегеҙме?(nur-sport.ru)