Аренда музыкальной аппаратуры в Уфе недорого, диджей, дискотека Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Сайт башкирской газеты йэшлек Яшлек Фотогалерея Башкирского Портала

Сайт Дамира Шарафутдинова. Поэт, писатель, журналист

Дамир Шарафи. » Проза » Хикәйә: Ул үлергә килгәйне

Хикәйә: Ул үлергә килгәйне

Проза

admin

2-04-2010, 17:50

Напечатать

– Рәмилә, тороп тор әле, һөйләшәйек! –Киске уйын гөрләп торған клубтан сығып, ҡайтырға ашыҡҡан ҡыҙҙы күтәрмәлә торған Азамат эләктереп алды. – Ҡайтҡаны бирле һине ҡарауыллайым, һис тотоп булмай...
– Ни кәрәк? – ҡулын тартып алған ҡыҙ аҙымдарын шәбәйтә генә төштө, артынан эйәргән егеткә ҡарамаҫҡа тырышты.
– Кәрәкмәй бер ни ҙә... – Оло юлға сыҡҡас, ҡыҙ менән йәнәшәләгән егет уны етәкләргә маташты, тик тегеһе ҡағылған һайын быныһы ҡулын тартып ала барҙы. – Һөйләшәйек, тим. Ят кеше түгелбеҙ ҙә...
– Туғанлашҡан да юҡ шикелле? – Ҡапыл туҡтаны ла Рәмилә, үҙен уҙып китеп, ҡайтыр юлын ҡыйып туҡтаған егеткә көлөп ҡараны. – Ҡайтҡаныңдан байрам итеп тик йөрөйһөң, бөйөк эштәр ҡырҙың да, мир менән йыуаһың инде?
– Юҡ та, һин бигерәк... Йолаһы булғас... – Бындай уҡ уҫал ҡаршылыҡҡа иҫәп тотмаған егет башта аҙап ҡалһа ла, яйлап иҫенә килеп, асыуы ҡабара башлауын тойҙо. – Ә кем, армияға оҙатҡанда, тиҙерәк ҡайт, тип вокзалда илап ҡалғайны?
– Ҡалһа ни... Йүләр булғас... – Күптән хәүефләнеп көткән аңлашыу мәле килеп еткәнен тойҙо ҡыҙ, күндәм генә атлап китте. – Бала инем бит мин. Башты әйләндерҙең дә...
– Кем кемдекен әйләндергәндер әле, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй генә әйтеп ҡуйҙы Азамат. – Ике йыл буйы һинең ҡайнар хисле хаттарың һалҡын Себер һыуҙарында йылытып йөрөттө бит мине! Ә ҡайтыуыма – йөрәкте өшөтәһең...
– Азамат, һуң ғәфү ит... – Нисек аҡланырға белмәгән ҡыҙ әңгәмәнең былай боролорон уйламағайны. Алдан самалаған әр-талаш та, дуҫтар булып айырылыу тәҡдиме лә барып сыҡмаҫын тойҙо. – Көтәм, тип вәғәҙә бирмәнем дә инде, былай ғына хат яҙыштыҡ. Миңә әле мәктәпте яҡшылап тамамлайһы, көҙгә уҡырға китәһе бар...
– Руслан менәнме?
Ой, күп мәғәнә һалынғайны был ябай һорауға! Ике йыл буйы һағынышлы хаттар яҙып, ҡайтҡас осрашыуҙан ниңә ай буйы ҡасып йөрөгәнең билдәле миңә, тип уҡыны ҡыҙ. «Шул, маңҡаһын да йыйып ала алмаған етем быҙауға, мине – төнъяҡ флоты матросын алыштырҙыңмы?» – тип киҫәтте егет.
– Белмәйем, ул да баралыр, – тип иҫе китмәгәндәй генә әйтергә тырышты Рәмилә, әммә тауышы ҡалтыранып китеүен тойоп, өҫтәй һалды. – Класташ та инде. Яҡшы уҡый...
Һуңғыһын артығыраҡ ысҡындырғанын һиҙҙе ҡыҙ. Азаматтың бит уҡырға барымы булманы, шуға ла иң яратмағаны – мәктәптә алдынғылар иҫәбендә йөрөгән малайҙар ине. Класта ғына түгел, тотош мәктәптә атаман булды ул. Тик әрһеҙлеге һәм көсө арҡаһында. Ата-әсәһенең ауылда байҙар тигән ҡатламда йөрөүе лә осондорғандыр.
– Тә-әк... Әл дә һин шоферһың, ҡулыңда машина, ти торғайның, хәҙер уҡымышлы кәрәкме? – Үҙенең был ҡыҙҙан ситкә тибелгәнен, хәҙер инде инәлеү-ялбарыуҙар менән генә хәлде төҙәтеп булмаҫын аңланы Азамат, тик тыумыштан бирелеп, ошоғаса гел үҫтерелеп килгән ғәрселлеге был еңелеү менән килешергә, баш бирергә һис кенә лә теләмәне. – Беләһеңме, ни эшләтәм мин ул һәүерегеңде? Иҙмәһен иҙәм!..
Ҡыҙмаса тауыш менән артынан ярһып ҡысҡырып ҡалған тауышҡа ҡылт та итмәне ҡыҙ, тар һуҡмаҡтан өйҙәренә табан боролдо. Азамат ни, мәктәптә саҡта уҡ, әле Рәмилә егеттәр иғтибар итерлек булмағанда ла, класташ ҡыҙы өсөн бер егет менән һуғышҡайны. Ул ҡыҙ, ана, хәҙер Өфөлә уҡып йөрөй, ә ике «әтәс» егет айырылмаҫ дуҫҡа әйләнгән. Икәүләшеп ауылдың бар йәштәрен ҡурҡытып тоталар. Уҡырға керергә әҙерләнеү тигән уртаҡ теләк яҡынлаштырған Руслан менән аралары тураһында ла шул – үҙе армияға алынмай ҡалған әшнәһе һайрағандыр әле.
Руслан да, һуңғы йылда ҡапыл олоғайып, мыҡты егеткә әйләнде шул. Тиҫтерҙәре тәүләп ҡыҙҙарға күҙ ата башлағанда, ул мыштым ғына, һәр саҡ үҙ-үҙенә бикле, бейеү һәм уйын кисәләрендә гел генә стена буйында баҫып торған, мәктәптә лә, урамда ла әсәһе бәйләп биргән бер свитерҙы кейеп йөрөгән килбәтһеҙ үҫмер ине. Нисек үҙгәреүен, бының өсөн ниҙәр эшләгәнен береһе лә белмәй ҡалды, әммә мәктәпкә ул ыҫпай кейенеп, күҙҙәрендә осҡондар уйнап торған егет булып килде. Уны тыумыштан күрмәгән атаһын барып тапҡан тинеләр, йәйен ҡайҙалыр эшләп йөрөгән, тип һөйләүселәр ҙә булды. Үҙе генә ләм-мим өндәшмәне, тыштан үҙгәрһә лә, холҡо элеккесә ҡырыҫ һәм етди булып ҡалды.
Ҡыҙҙарҙан күптәр уға ҡыҙыға башлағайны ла, тик мәктәптә бер сибәр һәм ҡаратырыш үткер Рәмилә үҙенә ҡаратты. Дөрөҫ, бының өсөн уҡырға кереү тигән маҡсатты алға һөрөргә, шуны сәбәп итеп өҙлөкһөҙ егетте ҡаңғыртырға, дәрестән һуң алып ҡалырға йә өйҙәренә барырға тура килде. Тәүлектәр буйы эштән бушамаған әсәһе менән генә йәшәгән Русландың ҡулынан килмәгән эш юҡлығы шунда һоҡландырҙы ҡыҙҙы, аҙаҡтан, аралаша башлағас, күпте белеүе һәм ярҙамсыллығы арбаны. Әхирәттәре алдында һыр бирмәҫкә тырышып, класта беренсе егеткә әйләнгән Русланды икенсе берәү эләктермәһен өсөн генә ғилем эстәүҙе һылтау иткән Рәмилә артабан уҡыу ысын хыялына әйләнеүен һиҙмәй ҙә ҡалды...
... Азамат менән Рәмил Русландың клубтан ҡайтҡанын ҡапҡалары төбөндә байтаҡ ҡына көттө. Ут янмаған тәҙрәләргә ҡараштырып, түш кеҫәһенә һалып сыҡҡан бер сәкүшкә сәмәйҙе шешә ауыҙынан ғына һемергеләп торғанда, Рәмил тәҡдим индерҙе:
– Былайтайыҡ, дуҫ. Беҙ уға теймәйек...
– Ниңә торабыҙ һуң улайһа?
– Шуға әйтәм. Ҡурҡытайыҡ ҡына беҙ уны!..
– Нисек, теймәйенсәме?
– Һуғышып ни файҙа? Һинең мораль зыянды ҡаплатайыҡ унан!
– Һин нимә, сериалдар ҡарап, иҫәрләндеңме? Табылған берәү – бизнесменға килгән рекетир...
– Ысын әйтәм мин, – Рәмил дуҫының ҡулынан шешәне алды ла, төбөндәге һуңғы йотомдо һемереп, буш һауытты өй алды баҡсаһына һелтәне. – Уның әсәһе апайыма һөйләгән: улын уҡырға ебәрер өсөн аҡса йыя икән. Шуға бит, ана, бер ҙә өйҙә юҡ, тәүлектәр буйы дежурҙа.
– Сығарып бирҙе, ти, көт! Әсәһенә әйтһә...
– Бирмәҫ, моғайын. Шуға ныҡ ҡурҡытырға кәрәк. Иҫләйһеңме, бер тапҡыр мәктәптә туҡмап, аҡсаһын талап алғайныҡ, береһенә лә өндәшмәне бит. Әгәр үҙе сығарып бирһә, беҙ ғәйепле булмайбыҙ!

Страница 1 из 3 | Следующая страница

Уважаемый посетитель, Вы зашли на сайт как незарегистрированный пользователь. Мы рекомендуем Вам зарегистрироваться либо зайти на сайт под своим именем.

Ошо тема буйынса башҡа публикациялар:

  • Д.Шарафи: Таң атҡанда
  • хикәйә: Мажаралы төн
  • Виталий Енеш: Күңел йылыһы
  • Мөхәббәт йондоҙлоғо
  • Алмагуль

  •  (голосов: 2)

    Ҡаранылар: 1888 раз

    Сайтта эҙләү

    Дуҫтар

    Обмен ссылками

    home security wireless alarms . консалтинговая организация осуществляет качественную услугу: регистрация ооо в Москве



    01Популяр мәҡәләләр

    02Тауыш бирегеҙ

    Башҡорт әҙәбиәте

    Яратам! Уҡыйым! request
    Ҡайһы берҙә ҡарайым, амауыҙ! winked
    Уапще уҡымайым! am
    Аптырап тик ултырам! no


    03Календарь

    «    Февраль 2012    »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
     
    1
    2
    3
    4
    5
    6
    7
    8
    9
    10
    11
    12
    13
    14
    15
    16
    17
    18
    19
    20
    21
    22
    23
    24
    25
    26
    27
    28
    29